Әбйәлилем

Artist: Фәнзил Атауллин (Башҡорт)
User: Айрат Сабиров
Duration: 130 seconds
Delay: 12 seconds
Chord names: Not defined
Abusive:
Comment: -

URL

Updated last time:
Айрат Сабиров,
August 14, 2015, 6:57 PM
Get it on Google Play

Text

 D Am
Сал Уралдың гөл биҙәге
 G Am
Әбйәлил тыуған илем
 D Am
Ата-бабалар төйәге
 G Am
Ғәзиздән ғәзиз ерем

Ҡушымта
 Bm Fm#
Әбйәлилем тыуған ерем
 G Am
Матур урман ҡырҙарың
 Bm Fm#
Һиңә арнап һине данлап
 G Am D
Яңғырай минең йырҙарым

Йәншишмәләй йәнгә шифа
Сылтырап аҡҡан һыуҙарың
Төҫкә матур, буйға зифа
Эшкә уңған ҡыҙҙарың

Еңеү даулай һаман яулай
Үрҙәрҙең бейектәрен
Илем йөгөн иңгә һалған
Бәһлеүән егеттәрең

 Bm Fm#
Үткәндәрең данға хаҡлы
 Em A
Йөҙөң яҡты бөгөндә
 Bm Fm#
Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡы
 Em A
Башкортостан күгендә

Comments