Artist: | Тимур Әхмәтйәнов (Башҡорт) |
User: | Булат Габитов |
Duration: | 130 seconds |
Delay: | 12 seconds |
Chord names: | Not defined |
Abusive: | |
Comment: | - |
Em D
Был йырымда миңә күптән йөрәкте әрнеткән
G D
Нәмә тураһында һөйләргә ваҡыт еткән
Em D
Башҡортостан радиоһы һәм ТВ-һынан ишеткән
G D
Йырҙар көнөн-төнөн беҙҙең мейеләрҙе сереткән
Em D
Күпме тыңлама, бөтә йырҙар ҙа клон
G D
Бер үк һүҙҙәр, бер үк көйҙәр, юҡ тик моң
Em D
"Атай", "Әсәй", "Тыуған көн", "Ауылым"
G D
Был изге һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат сәйнәүҙән ялҡтым
Ҡушымта:
Em D
Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
G D
Ҡайҙа һин, шағир яҙыусы?
Em D
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор?
G D
Бөтә ялған ижадсыларҙы яндырыусы.
Bm Am
Һәр икенсе йыр - "Мөхәббәт", "Мөхәббәт", "Мөхәббәт"
Gm Am
Ләкин күңелдәрҙә уяна тик нәфрәт
Bm Am
Сәхнәлә харизматичный, татлы малай
Gm Am
Ә динамиктарҙа фанер яңғырай
Bm Am
Мин аңлайым, был барыһы маркетинг
Gm Am
Тыуған көндәр, туйҙар, корпоратив һәм рейтинг
Bm Am
Йырсылар кәмей, күбәйә тамадалар
Gm Am
Башҡорт эстрадаһын арзанға һаталар
Ҡушымта:
Em D
Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
G D
Ҡайҙа һин, шағир яҙыусы?
Em D
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор?
G D
Бөтә ялған ижадсыларҙы яндырыусы.