Artist: | Тимур Әхмәтйәнов (Башҡорт) |
User: | Булат Габитов |
Duration: | 130 seconds |
Delay: | 12 seconds |
Chord names: | Not defined |
Abusive: | |
Comment: | - |
Cm# Gm# A B
Ҡушымта:
Республикабыҙҙа уртаса түләү хаҡы 17 мең
Тип әйткәнен президентыбыҙҙың ишетеп мин,
Барҙым банкоматҡа, күпме күскән был айҙа?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик 7 мең.
Мин ябай башҡорт егете, егерме бишенсем китте,
Сибай педколледжын бөттөм, Өфөгә киттем һәм
Килеп сыҡмаҫ минән композитор тип кире ҡайттым,
Эшкә төштөм, кәләш алдым, Сибайҙа ҡалдым.
Әле йәшәп ятҡан булабыҙ, Аллаға шөкөр,
Ашау-эсеүгә аҡса етә, күңел көр,
Ләкин шунан ары китә алмай бюджет,
Ә БСТнан бөгөн аптыратты президент.
Ҡушымта:
Республикабыҙҙа уртаса түләү хаҡы 17 мең
Тип әйткәнен президентыбыҙҙың ишетеп мин,
Барҙым банкоматҡа, күпме күскән был айҙа?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик 7 мең.
Эйе-йе-йе-йе тик 7 мең – 3 тапҡыр
Эйе-йе-йе-йе-йее...
Әллә минең генә етеме икән тип аптырап,
Дуҫтарымдан һорарға булдым күҙҙәренә ҡарап,
«Беҙҙең дә шулайыраҡ сыға» - тинеләр улар,
Был ни тағы, эһе-һей, башҡорттар?!
Бәлки ысын беҙ шул уртасаға инмәҫкә тейешбеҙ,
Беҙ әле йәш, квалификация юҡ, стаж әҙ,
Тик ниңәлер минең әсәй ҙә 17 алмай,
G#
Ул 27 йыл уҡыта һаулығын аямай, ай-ай-ай-ай-ай.
Ҡушымта:
Республикабыҙҙа уртаса түләү хаҡы 17 мең
Тип әйткәнен президентыбыҙҙың ишетеп мин,
Барҙым банкоматҡа, күпме күскән был айҙа?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик 7 мең.
Эйе-йе-йе-йе тик 7 мең – 3 тапҡыр
Эйе-йе-йе-йе-йее...
О, бөйөк Джа, зинһар ҡотҡар беҙҙе,
Тултыр бәхет менән кеҫәбеҙҙе!
Йәшәүҙең мәғәнәһе аҡсала түгел,
Ләкин шунһыҙ ҙа йәшәп булмай шул гел!